САБИРЙӘНОВ Әнәс Ғәлимйән улы (22.7.1934, ТАССР‑ҙың Теньки а.), энергетик. СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1971), СССР‑ҙың почётлы энергетигы (1986). 1950 й. алып ТАССР‑ҙа эшләй. 1967–72 йй. һәм 1975–89 йй. Ҡарман ДРЭС‑ында энергоблок машинисы, өлкән машинист; 1991–2006 йй. Нефтекама балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү ҡала үҙәге слесары. 1972–75 йй. ГДР‑ҙа эшләгән. Ҡаҙандарҙың нейтраль кислородлы һыу‑химия эш режимын; көкөртлө мазутты һауала аҙ ҡалдыҡлы итеп яндырыу ысулын һ.б. индереүҙә ҡатнаша. БАССР‑ҙың 10–11‑се саҡырылыш депутаты. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1979). Сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Әҙәб.: Удостоены за труд: [очерки]. Уфа, 1982.

 

Яндекс.Метрика