РЯБЧИКОВ Василий Родионович (6.8.1904, Смоленск губ. Кокорёво а. — 1986, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1931) 1‑се Нефть‑газ з‑дында цех нач. булып эшләй 1935 й. алып Авиация яғыулығы һәм майҙары үҙәк ин‑тының баш инженеры, 1936 й. — “Нефтезаводпроект” тресы проектының цех нач., баш инженер, 1946— 56 йй. Нефть эшкәртеү б‑са баш идаралыҡ нач., СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1958—74 йй. РСФСР Дәүләт планы рәйесе урынбаҫары (бөтәһе лә — Мәскәү). 1940 й. башлап Өфө НЭЗ‑ының баш инженеры, 1942 й. — директоры. 1957 й. алып Чечен‑Ингуш иҡт. адм. районы рәйесе. Р. етәкс. илдә тәүге тапҡыр полимерлаштырыу һәм алкиллаштырыу ҡулайламалары өсөн фосфорлы катализатор етештереү процесы эшләнә. 2‑се дәрәжә Сталин пр. лауреаты (1949). Ленин (1945, 1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1948, 1952, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина