РУЧЬЁВ Николай Яковлевич (5.4. 1943, Ҡаҙаҡ ССР-ы Алексеевка ҡсб.), радиоинженер. Томск радиоэлектроника һәм электрон техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) “Прогресс” Башҡ-н ПБ‑нда эшләй: 1972 й. алып бүлек нач. урынбаҫары; 1974 й. башлап бүлек нач., 1980 й. — баш инженер урынбаҫары, 1981 й. — “Рассвет” махсус конструкторлыҡ‑технология бюроһында баш инженер. 1997—2010 йй. “Башинформсвязь” ААЙ‑нда хеҙмәтте һаҡлау б‑са инженер. Р. ҡатнашлығында “Прогресс” ПБ‑нда махсус тәғәйенләнешле изделиелар үҙләштерелә, сығарылған продукцияны автоматлаштырылған контролдә тотоу өсөн үлсәү приборҙары һ.б. эшләнә. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989).

М.Н.Ғиззәтуллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018