РОДИОНОВА Людмила Николаевна (10.9.1957, Полтава ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеŸм‑ре (2015). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) 1983 й. тиклем шунда уҡ, 1987 й. алып К.Маркс ис. Ленинград машиналар эшләү берекмәһендә эшләй. 1990 й. башлап (өҙөклөк м‑н) ӨДАТУ‑ла (Финанстар, аҡса әйләнеше һәм иҡтисади хәүефһеҙлек каф. мөдире), 1993—2007 йй. ӨДНТУ‑ла (1999 й. алып Финанстар һәм аҡса әйләнеше каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге финанс‑сәнәғәт төркөмдәре һәм транснациональ компаниялар булдырыу һәм эшләтеү; пр‑тиеларҙың инвестицион эшмәкәрлеген финанс йәһәтенән планлаштырыу һәм идара итеү, яңынан үҙгәртеп ҡороу шарттарында уларҙы экологик‑иҡт. яҡтан тәьмин итеү; баҙар иҡтисадына күсеү осоронда банк структураларын, страховкалау, лизинг компанияларын эшләтеү мәсьәләләренә арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Надёжность финансово‑промышленных систем. Уфа, 1997; Экономика высшей школы: опыт, проблемы, пути становления. Уфа, 1998 (авторҙ.); Управление предприятием в современной экономике: теория и практика: в 5 ч. Уфа. 2006—2007 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке