“РЕМСТРОЙДОРМАШ” Ө ф ө т ө ҙ ө л ө ш һ ә м ю л т ө ҙ ө к л ә н д е р е ү м а ш и н а л а р ы н р е м о н т л а у т ә ж р и б ә з а в о д ы, “Башкиравтодор” ДУП‑ы филиалы. Составына тракторҙарҙы һәм КамАЗдарҙы капиталь ремонтлау, металл конструкциялар монтажлау участкалары, юл билдәләре әҙерләү цехы, асфальт‑бетон з‑ды һ.б. инә. Тракторҙарға һәм ҡатнаш юл машиналарына аҫмалы ҡорамалдар, тиҙ йөрөшлө ҡар таҙартҡыстар, юл билдәләре (бер типтағы һәм индивидуаль проектланған), мәғлүмәт щиттары, тимер‑бетон изделиелар өсөн металл конструкциялар, металл формалар, һалҡын асфальт етештерә. 2008 й. 175 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1966 й. Өфө “Р.” з‑ды булараҡ төҙөлә, экскаваторҙар, тракторҙар, бульдозерҙарҙы капиталь ремонтлау м‑н шөғөлләнгән, сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙар базаһында свай ҡаға торған агрегаттар һәм КрАЗ автомобиле өсөн шассиҙар эшләп сығарған; 1994 й. алып “Р.” ААЙ‑ы, 2002 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018