РӘЖӘПОВ Мөхәмәт Солтан улы [25.7.1908, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мөҡсин а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 18.6.1971, Өфө], инженер- электрик. БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1958). Рәжәповтар нәҫеленән. Мәскәү элемтә электротехник ин-тын тамамлағандан һуң (1933) Өфө үҙәк электростанцияһында эшләй, 1935 й. алып ӨМЭЗ-дә: 1936 й. башлап баш энергетик, 1939 й. — баш инженер, 1946 й. алып ТЭЦ начальнигы. 1954 й. башлап 2-се Өфө ТЭЦ-ы дир., 1957 й. һәм 1963 й. алып “Башкирэнерго” район энергетика идаралығы идарасыһы, 1960—63 йй. Башҡ-н ХХС-ы рәйесе урынбаҫары. Р. етәкс. Яңы Салауат ТЭЦ-ы, Күмертау ТЭЦ-ы, Салауат ТЭЦ‑ы, Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы, Ҡарман ДРЭС-ы төҙөлә, Павловка ГЭС-ы һәм 500 кВ көсөргәнешле тәүге “Бекетов” үҙәк подстанцияһы файҙаланыуға тапшырыла; электростанцияларҙың ҡеүәте 800 мең МВт алып 3300 мең МВт тиклем арттырыла, мазут яғыулығынан газ яғыулығына күсеү тормошҡа ашырыла. БАССР ЮС-ының 6-сы саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1971), “Ҡыҙыл Йондоҙ” (1943), “Почёт Билдәһе” (1945) орд. м-н бүләкләнгән. Р. исеме 2-се Өфө ТЭЦ-ына бирелгән, уның бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.