АУСТРУМ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ауструм а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 35 км һәм Таутөмән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 431 кеше; 1920 — 824; 1939 — 373; 1959 — 410; 1989 — 417; 2002 — 491; 2010 — 535 кеше. Белорустар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп (“кирбес стиле”ндә төҙөлгән элекке земство мәктәбе биналары комплексы, 20 б. башы, архитектура ҡомартҡыһы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, часовня бар.

Ауылға 1878 й. Өфө өйәҙендә алпауыттар Заварицкий һәм Зайцевтан һатып алынған ерҙәрҙә Остзей һәм Сембер губ. латыш крәҫтиәндәре Ауструм колонияһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 64 йортта 494 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Р.Х.Нуриева, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков