РЕЗИНА-АСБЕСТ СӘНӘҒӘТЕ, резина-техник (ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар), асбест-техник изделиелар, киң ҡулланыштағы резина изделиелары етештереү б-са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда Р.‑а.с. 1942 й. республикаға “Резинотехника” (Ярославль ҡ.) һәм “Красный треугольник” (Ленинград) з-дтары эвакуацияланғандан һуң үҫешә башлай, улар базаһында Өфө резина-техник изделиелар з-ды төҙөлә (ҡара: Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы). БР-ҙа Р.-а.с. б-са 21 пр-тие һәм производство эшләй, ш. иҫ. “Авангард, Каучук, Уфанефтехим, Уфимкабель, УЗЭМИК, “Ксилон” ЯСЙ (1991 й. нигеҙ һалына), “РТП” ғилми-производство фирмаһы (1998), “Скафам” производство-коммерция фирмаһы (1992). 2004 й. БР-ҙа нефтехимия сәнәғәте етештереү күләменең 13,5%-ы Р.-а.с. өлөшөнә тура килә. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла. Р.-а.с. продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

И.В.Ларешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Табл. Башҡортостан Республикаһында резина-асбест сәнәғәте продукцияһының төп төрҙәрен етештереү.

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.