РЕГИОНОЛОГИЯ (ингл. region — өлкә, территория һәм ...логия), төбәк- ара хеҙмәт бүленешендә төбәктең махсуслашыуын иҫәпкә алып уның комплекслы үҫешенең законлыҡтарын тикшергән фәнни йүнәлеш. Үҙ эсенә иҡтисад, социология, төбәк экологияһы, төбәк м‑н идара итеү теорияһын һ.б. ала. Башҡортостанда Р. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. СССР ФА БФ‑тың иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә башлана. Төбәккә милли иҡтисадтың функциональ һәм эске структур системаһы булараҡ иҡт. анализ үткәрелә (Ҡ.Н.Йосопов); етештереү көстәрен урынлаштырыу һәм үҫтереү, төбәктең тау-сәнәғәт комплекстарын формалаштырыу (М.Н.Иҫәнбаев), төбәктең инвестицион потенциалын үҫтереү, төбәк сәнәғәт комплексын яңынан үҙгәртеү (Н.И.Климова), төбәк потенциалын ҡайтанан етештереүҙең функциональ һәм структур үҙенсәлектәре (А.В.Йәнгиров) проблемалары өйрәнелә. БДУ‑ла төбәктәрҙе өйрәнеү ғилеме уҡытыла.

Әҙәб.: Ю с у п о в К.Н. Региональная экономика (теория и практика). Уфа, 2001.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке