РАХМАНОВ Тәлғәт Лотфулла улы [15.7.1920, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 24.8.2010, ш. уҡ р‑ндың Үрге Йәркәй а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1981). Ә.Л.Рахмановтың ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып КПСС‑тың Илеш район ком‑тында эшләй: 1947—53 йй. бүлек мөдире, 1956 й. башлап 2‑се секретарь, 1962—87 йй. 1‑се секретарь; 1958—62 йй. һәм 1963—65 йй. хеҙмәтсәндәр депутаттары район советының башҡарма ком‑ты рәйесе. Р. етәкс. районда иген культураларының уртаса уңдырышлылығы 32— 35 ц/га тәшкил итә. РСФСР ЮС‑ының 9—11‑се һәм БАССР ЮС‑ының 5—8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1975, 1986), Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) орд. м‑н бүләкләнгән. Үрге Йәркәй а. 2‑се урта мәктәбенә Р. исеме бирелгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Хлеб — всему голова. Уфа, 1968.

Әҙәб.: Н у р л ы г а я н о в Р.Б. Сын земли. Уфа, 2000.

С.Т.Рахманова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.