“РАУШ БИЕР”, ЯСЙ. Һыра һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештерә. Туймазы ҡ. урынлашҡан. Составына һыра ҡайнатыу һәм кеүәҫ цехтары инә (1993). 2008 й. 30 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1960 й. “Пищепром” комб‑тының һыра ҡайнатыу цехы (1939) базаһында Туймазы һыра з‑ды булараҡ ойошторола, 1987 й. алып Туймазы һыра‑алкоголһеҙ эсемлектәр з‑ды, 1993 й. — “Р.Б.” ЯАЙ‑ның берлектәге Рәсәй‑Германия пр‑тиеһы, 2001 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

 

Текст на русском языке