РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ. 1978 й. БАССР‑ҙың Әлшәй р‑нында нигеҙ һалына, 1984 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1996 й. алып ААЙ, 2006 й__ябыла. 1998 й. башлап ҡамыш шәкәрен эшкәртеү технологияһы үҙләштерелә. Составына Раевка һәм Приют сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары, технология, механизация, һығынды киптереү, тоҡ етештереү цехтары, шәкәр склады ингән. Шәкәр, патока һәм һығынды етештергән. 2005 й. 792 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018