РАДИОТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ ҮҘӘГЕ. Телевизион һәм радиотапшырыуҙар программаларын эфирҙа трансляциялау б‑са хеҙмәттәр күрһәтә, БР терр‑яһында телефон каналдары һәм халыҡ‑ара телефон станцияларына тракттар бирә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Өфө, Салауат (икеһе лә 1959 й. нигеҙләнгән), Бәләбәй (1963), Борай (1975), Баймаҡ, Белорет (икеһе лә — 1985), Мәсәғүт (1987), Баҡалы (2000) ультраҡыҫҡа тулҡынлы станциялары цехтары; Өфө (1959), Раевка (1980), Иҫәнғол, Борай (икеһе лә — 1983) радиорелелы элемтә линиялары цехтары; 3‑сө радиотапшырыуҙар цехы (1987, Языков а.) инә. Пр‑тие объекттарында кәрәҙле бәйләнеш операторҙарының база станциялары урынлашҡан. 2008 й. 391 кеше эшләгән, радиорелелы элемтә линияларының оҙонлоғо 2010,7 км, шуның 1875 км телефон көпшәләре м‑н йыһазландырылған; Өфөлә 11 телевизион һәм 9 радиотапшырыу программаһы трансляциялана. Продукцияны ҡулланыусылар —телерадиокомпаниялар, кабель телевидениеһы селтәре операторҙары һәм БР халҡы. 1958 й. Яңауыл ҡасабаһында аҙ ҡеүәтле телевизион ретранслятор файҙаланыуға тапшырыла (Ижевск ҡ. телевидениеһы программаларын ҡабул иткән). 1959 й. Өфө телеүҙәге төҙөлә (1956 й. нигеҙ һалына), 1964 й. алып Башҡ‑н телеүҙәге, 1969 й. — радиотелевизион тапшырыу станцияһы, 1973 й. — Респ. Р.т.ү., 1992 й. — “Башинформсвязь” ААЙ филиалы. 2002 й. Р.т.ү. составына Өфө радио үҙәге инә. 2014 й. телевидение һәм радиотапшырыу цехы итеп үҙгәртелә. 2015 й. башлап “Башинформсвязь” ААЙ‑ның телекоммуникацияларҙы техник эксплуатациялау транспорт үҙәгенең 2‑се цехы. Пр‑тиела цифрлы радиорелелы элемтә линиялары индерелгән (1997).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.