“АУРГАЗИНСКИЙ ВЕСТНИК”, (“Ауырғазы хәбәре”), ижт.‑сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы. Ауырғазы р‑ны Талбазы а. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ, татар (“Авыргазы хәбәрчесе”) һәм сыуаш (“Аургазă хыпарҫи”) телдәрендә сыға. 1931 й. сент. татар телендә “Җиңү өчен” (“Еңеү өсөн”) исеме м‑н сыға башлай; 1957 й. “По Ленинскому пути” гәз. (1956 й. башлап урыҫ телендә сыға) м‑н берләшә һәм ш. уҡ исем м‑н урыҫ, татар (“Ленин юлыннан”; икеһе лә — “Ленин юлынан”) телдәрендә нәшер ителә; 1965 й. алып, “Ленин ҫулěпе” гәз. (“Ленин васыяты”; 1933 й. башлап сыуаш телендә сыға) м‑н берләшкәндән һуң, урыҫ (“Путь Родины”), татар (“Ватан юлы”) һәм сыуаш (“Ҫěршыв ҫулě”; бөтәһе лә — “Ватан юлы”) телдәрендә нәшер ителә. 2006 й. алып хәҙ. исемдәрен йөрөтә. 1996 й. башлап ай һайын (2006 й. тиклем — квартал һайын) башҡ. телендә “Рух” ҡушымтаһын сығара. 1963—64 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова