ПЯТКОВ Виктор Евгеньевич [5.11.1929, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны  Сергеевка а. (БР-ҙың Бүздәк р-ны) – 3.9.2008, Нефтеюганск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970). 1945 й. алып Башҡ-н дуплау экстракттары з-дында балта оҫтаһы, 1946–50 йй. Өфө моторҙар эшләү з-дында металл ҡырҡыусы, 1955 й. башлап 15-се төҙөлөш‑монтаж идаралығында (Туймазы ҡ.) балта оҫтаһы, 1956 й. “Октябрьскнефть” нефть промыслыһы идаралығында, 1965–89 йй. – “Юганскнефть” НГДУ-һында (Төмән өлк.) нефть һәм газ сығарыу б-са оператор. Усть-Балык нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1971, 1981).

И.Ғәримова, И.Г.Тарасов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика