ПРОХОРОВ Михаил Владимирович [16.4.1924, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны 1-се Һыуыҡҡул а. (БР-ҙың Йәрмәкәй р-ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951–87 йй. Коми АССР‑ының сейсморазведка партияларында эшләй. 20‑нән ашыу ятҡылыҡты, ш. иҫ. илдәге иң эре Уҫы нефть ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. Ленин (1966), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1959) орд. м-н бүләкләнгән.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика