“ПРОМСВЯЗЬ” Ө ф ө з а в о д ы, ААЙ. Элемтә саралары, компьютер техникаһы, цифрлы телевидение ҡорамалдары етештерә. Составына механик әҙерләү (1969 й. нигеҙләнгән) һәм йыйыу (1974) цехтары инә. 2008 й. 205 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1943 й. 2‑се Өфө радиомеханика з‑ды булараҡ асыла, 1967 й. алып “П.” Өфө союз з‑ды, 1975 й. — “П.” Өфө тәжрибә з‑ды, 1997 й. — ДУП, 1999 й. — ААЙ, 2002 й. — хәҙ. исемен йөрөтә. СССР ВДНХ‑ның бронза миҙалы м‑н бүләкләнгән (1981).

Л.И.Завьялова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика