“ПРОГРЕСС” Б ө р ө  э л е к т р о м е х а н и к а  з а в о д ы. Радио‑электрон техника изделиеларын, махсус һәм граждандар өсөн тәғәйенләнгән элемтә саралары ҡорамалдарын, сәнәғәт‑техник тәғәйенләнешле продукцияны һ.б. эшләү, етештереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән. 1981 й. төҙөлә, 1983 й. “Прогресс” ПБ составында “П.” Бөрө электромеханика з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. з‑д “Кедр”, “Прогресс СТ”, “Рейс”, “Электромаш” ЯСШ тип үҙгәртелә, 1996 й. улар “П.” з‑ды составына инә, 1999 й. алып ДУП, 2002 й. — ФДУП, 2003 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына механик әҙерләү, гальваника, йыйыу, инструмент, пластмассаларҙы ҡойоу һәм эшкәртеү, мебель эшләү участкалары ингән. 2003 й. 300 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика