“ПРЕЗИДЕНТ ОТЕЛЬ “Аврора” ААЙ-ның ҡунаҡхана комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 6 ҡатлы бинала (архитектор Р.И.Кирайдт проекты) 90 номер, конференц-зал (300 м2), “Аврора” фитнес-үҙәге, “Гольфстрим” күңел асыу үҙәге, бизнес үҙәк, ресторан, лобби-бар, ике сауна, бассейн, солярий, бөҙрәхана, автотуҡталҡа; выставкалар залы бар (күргәҙмәгә башҡорт оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәт, һынлы сәнғәт әҫәрҙәре ҡуйылған). 2008 й. 225 к. эшләгән, 16682 клиент ҡабул ителгән.

1991 й. ойошторола, 1997 й. файҙаланыуға тапшырыла, 1998 й. хәҙ. статусын ала. 2002 й. “дүрт йондоҙ” категорияһы бирелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика