САМСОНОВ Вячеслав Михайлович (21.12.1949, Өфө), спортсы. Мед. ф. канд. (2004). Дзюдо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.Д.Попов). Самбо б‑са шәхси зачётта РСФСР чемпионаттарының көмөш (1974) һәм бронза (1976) призёры, мастерҙар араһында донъя чемп. (2002—05). Шәхси зачётта донъя (2005), Европа (2004, 2007) һәм Рәсәй (2004—08) чемп., дзюдо б‑са мастерҙар араһында команда зачётында Европа кубогын яулаусы (2004, 2006). Самбо б‑са студенттар араһында СССР чемп. (1975). Самбо б‑са СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1975).

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика