ПОШКУС Болюс Игнович (9.4.1930, Литва ССР-ы Ужумельничис а.), иҡтисадсы. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. акад. (1985), Беларус Респ. ФА (1991), Ҡаҙағстан Респ. Милли ФА (1992) акад., БР ФА-ның почётлы акад. (1995), иҡт. ф. д-ры (1980), проф. (1982). Литва ССР-ының атҡ. фән эшмәкәре (1980) һәм атҡ. иҡтисадсыһы (1976). Вильнюс ун-тын тамамлағандан һуң (1955) Литва ССР‑ында эшләй: ФА-ның Иҡтисад ин-тында, 1959 й. алып Дәүләт планы бүлеге етәксеһе урынбаҫары, 1966 й. – Ауыл хужалығы иҡт. ҒТИ-ның директоры. 1989 й. алып Мәскәүҙә: СССР МС-ында, 1991 й. – Рәсәй а.х. ф. акад. вице-президенты, 1997 й. Бөтә Рәсәй аграр проблемалар һәм информатика ин-тының баш ғилми хеҙм-ре. Фәнни эшмәкәрлеге АХПК пр-тиелары хужалыҡ итеүенең иҡт. механизмын өйрәнеүгә арналған. 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Литва ССР-ының 8–10-сы һәм СССР ЮС-ының 12-се саҡырылыш депутаты. Литва ССР-ының Дәүләт пр. лауреаты (1980). Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1978) орд. м-н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Хеҙм.: Резервы дальнейшего увеличения сельскохозяйственного производства. Вильнюс, 1972; Выравнивание экономических условий хозяйствования. Вильнюс, 1979; Крестьянство России на перепутье. М., 2005.

Яндекс.Метрика