САМОРОДОВ Владимир Николаевич (9.1.1947, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Казадаевка а.), тренер. РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1997). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). 1974 й. алып “Спартак” ДСО‑һында (Стәрлетамаҡ ҡ.) ауыр атлетика б‑са тренер, 1975 й. — БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенеңөлкән тренеры, 1987 й. — физик культура, спорт һәм туризм б‑са БР дәүләт ком‑тының рәйес урынбаҫары, 1991 й. — рәйесе, 2002 й. — БР‑ҙың физик культура, спорт һәм туризм министры, 2009 й. — БР спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында П.С.Горулёв, Р.З.Ғайсин, В.В.Дурнев, ш. уҡ 12 СССР спорт мастеры. Башҡортостан урыҫтары соборы башҡарма ком‑ты рәйесе (1998 й. алып). Почёт (2007), Дуҫлыҡ (1999), Салауат Юлаев (2007) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика