“АСФАЛЬТ+БЕТОН”, юлдар, юл ҡоролмалары төҙөү һәм реконструкциялау, юл эштәре өсөн төҙөлөш материалдары етештереү пр‑тиеһы. 1953 й. Өфө юл‑күпер төҙөлөшө тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1988 й. алып Өфө коммуналь хужалығының күп тармаҡлы берекмәһе, 1991 й. — “А.+Б.” ҡуртым тресы, 1996 й. — ААЙ, 2004 й. ябыла. “А.+Б.” составына Өфөләге (1948 й. нигеҙләнгән), Өфө (1991), Иглин (1994) һәм Туймазы (1999) р‑ндарындағы асфальтлы бетон з‑дтары, Ҡаҙаяҡ ҡырсынташ карьеры (1989; Иглин р‑ны), “Байҡаш” ярҙамсы хужалығы (1995; Мишкә р‑ны) ингән (1999). 1999 й. 606 кеше эшләгән. Асфальтлы бетон, ҡырсынташ етештергән. Пр‑тие тарафынан Өфө аэропортында самолёттарҙың күтәрелеү-ултырыу һыҙаты, Өфөләге автомобиль юлдары һ.б. объекттар төҙөлгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина