САМОРОДОВ Борис Александрович (26.9.1931, Рыбинск ҡ.), спортсы. Мотоспорт б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1965). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2002). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1975). “Башавтомотоклуб” тәрбиәләнеүсеһе, 1962—77 йй. “Башҡортостан” командаһы өсөн сығыш яһай. Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са шәхси ярыштарҙа донъя (1967), Европа (1965), СССР (1959, 2 тапҡыр 1961, 1962; 1963, 1967), РСФСР (1959, 1961—65) чемп., Халыҡ‑ара мотофедерация кубогын яулаусы (1963), донъя чемпионаттарының көмөш (1973) һәм бронза (1968) призёры, спидвей б‑са шәхси ярыштарҙа СССР чемп. (1962, 1964), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1963, 1966), СССР (1962, 1964, 1967—69) һәм СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1967), команда ярыштарында донъя чемпионаттарының көмөш (1964, 1966) һәм бронза (1967) призёры. Мотокросс (1958) һәмспидвейҙа (1961) Бөтә Союз хәрби‑техник спорт төрҙәре б‑са спартакиадала еңеүсе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1961—75). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (2004). 1970—73 йй. һәм 1975 й. СССР йыйылма командаһы, 1975—78 йй. “Башҡортостан” Өфө командаһы тренеры, 2000—01 йй. Ғ.Ҡадиров ис. спорт клубы “Башҡортостан” командаһының (Өфө), 2002—05 йй. “Таусы” командаһының (Учалы ҡ.) өлкән тренеры.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Яндекс.Метрика