САМОЛЁТ СПОРТЫ, төрлө ауырлыҡтағы һәм төрлө двигателле самолёттарҙа тиҙлеккә, бейеклеккә, алыҫлыҡҡа, оҙайлыҡҡа рекордтар ҡуйыу; юғары пилотаж б‑са ярыштар (спорт самолёттарында). С.с. Як‑18, Як—18А, Як‑18П, Z‑226, Z‑326 һ.б. самолёттар ҡулланылған. Башҡортостанда С.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. РОСТО Авиация спорт клубында үҫеш ала. Респ. С.с. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастерҙары — А.Н.Москалёв һәм А.Н.Чутчев (1958). Өфө авиация спорт клубы командаһы — РСФСР чемп. (1969—70). Респ. лётчиктары араһында Т.З.Йәнгиров — РСФСР Урал зонаһы беренселегенең абс. еңеүсеһе (1963), Г.А.Поверенов — айырым күнекмәләрҙә РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1970), Б.Д.Бородкин — РСФСР‑ҙың абс. чемп. (1971), айырым күнекмәләрҙә РСФСР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1970). РСФСР йыйылма командаһы составына Йәнгиров (1963) һәм Бородкин (1971) ингән. 70‑се йй. Өфө авиация спорт клубын яңынан техник ҡоралландырыуға бәйле С.с. үҫешмәй.

Т.З.Йәнгиров

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика