“САЛАУАТ”, спорт‑техник клубы. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1962 й. “Салаватстрой” тресының автомотоклубы булараҡ ойошторола, 1970 й. алып ДОСААФ ҡала ком‑тының һәм 1980 й. башлап “Салаватстрой” тресының “С.” спорт‑техник клубы, 1990 й. — хужалыҡ иҫәбендәге, 1998 й. — муниц. учреждение. Автогаражы, 5 мотобоксы, ремонт‑техник оҫтаханаһы, тергеҙеү үҙәге һ.б. бар. “С.” — СССР чемпионатының көмөш призёры (1967), Рәсәй чемпионаттарының (1994, 2004) һәм СССР кубогының (1966) бронза призёры; үҫмерҙәр командаһы — Рәсәй беренселектәренең көмөш (2000, 2002) һәм бронза (1992) призёры. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында В.Н.Соколов — РСФСР чемпионатының һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (икеһе лә — 1967) көмөш призёры, СССР чемпионаттарының бронза призёры (1965—66); В.Г.Корнев — РСФСР (1967—68) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының чемп. (1967); В.В.Кононович — РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1968); В.П.Коваленко — РСФСР чемпионатының бронза призёры (1963). А.А.Хлынов — БДБ һәм Рәсәй беренселектәренең бронза призёры (икеһе лә — 1992), С.В.Власов — үҫмер спортсылар араһында Рәсәй чемп. (2000). Европа чемпионаттарының парлы уҙыштарында Рәсәй йыйылма командаһы составында Р.З.Ғафуров һәм Власов — көмөш (2004), Ғафуров — бронза (2007) призёрҙар, Э.Д.Сәйфетдинов — үҫмер спортсылар араһында донъя чемп. (2007—08) була. Клубта 15‑кә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән.

В.В.Ренгач

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика