ПОЛЯКОВСКИЙ Иосиф Болеславович (14.9.1925, Украина ССР‑ы Липовка а. — 26.5.1981, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976). 1945 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, 1953 й. — быраулау мастеры, 1967 й. — участка нач.; 1970 й. башлап район инженер‑технология хеҙмәте нач., 1974 й. — Өфө быраулау эштәре идаралығының производство‑техник бүлеге инженеры. Сергеевка һәм Туймазы нефть ятҡылыктарын быраулауҙа ҡатнаша. 1965 й. П. бригадаһы 40 мең м ашыу тау тоҡомон быраулай. Ленин (1966), “Почёт билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Гарасюта

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика