“ПОЛИЭДРОН”, ЯАЙ. Сумкалар, портфелдәр, папкалар, артмаҡлы сумкалар һәм башҡа күн галантерея (яҡынса 300 модель) етештерә. Составына эксперименталь, бесеү, тегеү цехтары инә. 2013 й. 194 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1940 й. Өфө күн галантерея ф‑каһы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2010 й. — “Таурус Групп” ЯАЙ, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика