“САЛАУАТ ЮЛАЕВ” ш а й б а л ы  х о к к е й  б у й ы н с а  б а л а л а р  һ ә м  ү ҫ м е р ҙ ә р  о л и м п и я  р е з е р в ы  м а х с у с  с п о р т  м ә к т ә б е. Өфөлә урынлашҡан. “Салауат Юлаев” хоккей клубы составында эшләй. 1969 й. хоккей б‑са “С.Ю.” ДЮСШ булараҡ асыла, 1973 й. алып махсус, 1983 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Мәктәптә 1 меңгә яҡын уҡыусы шөғөлләнә, 23 тренер‑уҡытыусы эшләй (2015). Тәрбиәләнеүселәре араһында А.Л.Василевский, И.Ф.Ғимаев, Д.В. Денисов, И.А.Кравчук, Р.М.Мөфтиев, А.В.Семак, Б.М.Тимофеев, Р.Р. Хәйҙәров, А.В.Яханов һ.б. Мәктәп м‑н М.М.Азаматов, В.И.Воробьёв, В.П.Деркач, А.Н.Емелин, Ф.С. Карюков, Р.А.Мурдускин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

О.М.Васильев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика