ПЛАХУТА Филипп Алексеевич (27.11.1929, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Прохладное а. — 7.11.2008, Өфө), ин‑ женер‑механик. Ташкент т. юл транс‑ порты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) Өфө паровоздар ремонтлау з‑дында эшләй: цех мастеры, 1957 й. алып бүлек нач. урынбаҫары; 1959—91 йй. “Гидравлика” Өфө агрегат пр‑тиеһында: сериялы конструкторлыҡ‑технология бюроһында нач. урынбаҫары, 1964 й. башлап цех нач. урынбаҫары, 1974 й. — баш технолог урынбаҫары. Авиакосмик техника, транспорт саралары һ.б. объекттар өсөн һығылмалы металл үткәргес торбаларҙың яңы конструкцияларын яһауҙа ҡатнаша. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (1997).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика