“ПЛАТЁЖНЫЕ СИСТЕМЫ” б а н к ы һ ы, ААЙ. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар һәм Коммерция банкыһы); иҫәп‑хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе; юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы тормошҡа ашыра. 2010 й. 64 кеше эшләгән. 1973 й. СССР Дәүләт банкыһы Башҡ‑н респ. контораһының Первомайский бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1988 й. алып СССР Агросәнәғәт банкыһы Башҡ‑н респ. идаралығының Первомайский бүлексәһе, 1991 й. — “Башҡортостан” агросәнәғәт банкыһының Первомайский бүлексәһе, 1992 й. — “Ашҡаҙар” банкыһы ЯСЙ, 2001 й. — ААЙ, 2009 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика