ПЕТРОВ Григорий Кузьмич [19.12. 1931, БАССР‑ҙың Яңы Ҡарамалы р‑ны Мәсәле а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе. (1971). 1950 й. башлап “Башвостокнефтеразведка” тресында эшләй (Бөрө ҡ.): быраулаусы, 1953 й. алып быраулау мастеры, 1960 й. башлап бригадир; 1964—92 йй. Төмән өлк. нефть сығарыу пр‑тиеларында эшләй. Көнбайыш Себер нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Ленин (1966, 1973), Окт. Революцияһы (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Каждый становится героем. Свердловск, 1979.

Әҙәб.: С м и р н о в Н.П. Было на Самотлоре. М., 1982.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика