ПЕСТЕРЕВ Владимир Николаевич (13.2.1940, Бөрө ҡ. — 23.11.2003, Сорғот ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Төмән өлк. почётлы нефтсеһе (1986). 1958 й. алып “Башвостокнефтеразведка” тресыныңскважиналар һынау контораһы, 1959 й. — Ҡалтасы быраулау контораһы, 1961 й. — “Арланнефть” нефть промыслаһы идаралығының 3‑сө нефть промыслаһы операторы. 1965—2001 йй. “Сургут‑ нефтегаз” ААЙ‑ы бүлексәләрендә эшләй. Көнбайыш Себерҙә нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Ленин (1974, 1986), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика