ПЕГИШЕВ Юрий Петрович (2.1.1939, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Пономарёвка а., хәҙ. Бөрө ҡ. составында, — 1.9.2005, Бөрө), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1962—94 йй. “Бөрө‑1” ПМК АЙ‑нда эшләй: ташсы, 1963 й. алып бригадир, 1987 й. — мастер. П. ҡатнашлығында малсылыҡ, иген эшкәртеү комплекстары, мал аҙығы етештереү пр‑тиеһы, кирбес з‑ды, торлаҡ йорттар һ.б. соц. һәм мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөлгән. ПМК‑ла бригада подряды ысулын индереү инициаторы. “Почёт Билдәһе” (1965), 1‑се (1991), 2‑се (1981), һәм 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.