“САЛАУАТ ЮЛАЕВ”, хоккей клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1961 й. Салауат Юлаев исемендәге спорт клубының хоккей командаһы булараҡ асыла, 1989 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Клуб составына “С.Ю.” командаһы (Континенталь хоккей лигаһы), “Толпар” (Йәштәр хоккей лигаһы), “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, СДЮСШОР инә. 2007 й. “Өфө-Арена” “С.Ю.” бирелә. “С.Ю.” — Рәсәй чемп. (2008), Гагарин (2011) һәм Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы (1994) кубоктарын яулаусы, Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2014), Милләт‑ара хоккей лигаһының (1995—96) һәм Рәсәй чемпионаттарының (1997, 2010, 2016) бронза призёры, “Беарда” (Швейцария, 1993) һәм РИК (Швеция, 1993) кубоктарына халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Афиногенов, С.А.Бушмелёв, А.Л.Василевский, И.Ф.Ғимаев, Д.В.Денисов, А.А.Емелин, И.А.Кравчук, Р.М.Мөфтиев, А.В.Семак, Б.М. Тимофеев һ.б. Клуб м‑н тренерҙар М.М.Азаматов, Р.Ғ.Ишмәтов, В.П.Каравдин, С.М.Михалёв, В.А.Никитин, С.А.Николаев, В.Н.Садомов, Ю.П.Субботин, В.И.Штырков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. “С.Ю.” — Рәсәй Олимпия ком‑тының “Фэйр плей” (“Намыҫлы уйын”, 1997) призын яулаусы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика