ПАСТУШЕНКО Валерий Михайлович (4.1.1928, Украина ССР‑ы Амвросиевка ҡсб — 23.6.2003, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1968), проф. (1988). СССР‑ҙың халыҡ хужалығын планлаштырыу отличнигы (1977). Львов политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) ӨМЭЗ‑дә эшләй, 1954 й. алып ВЛКСМ-дың Черниковка ҡала ком‑тының 1‑се секретары; 1955 й. — КПСС-тың Калинин район ком‑ты секретары, 1957 й. — 2‑се секретары; 1961 й. башлап сәнәғәт‑транспорт бүлеге мөдире, 1963–66 йй. КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты секретары. 1968 й. алып БАССР Дәүләт планы рәйесе, бер үк ваҡытта 1981 й. башлап БАССР МС‑ы рәйесе урынбаҫары. 1985–96 йй. ӨДАТУ‑ла: 1993 й. тиклем хәүефһеҙ етештереү һәм сәнәғәт экологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1989 й. алып иҡт., хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге төбәк иҡт. м‑н идара итеү проблемаларына арналған. БАССР ЮС‑ының 7–10‑сы саҡырылыш депутаты. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1965) “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Текучесть кадров и пути её уменьшения. Уфа, 1969.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика