САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТҺАУЫҠТЫРЫУ КОМПЛЕКСЫ, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. асыла. Футбол яланы (106х70 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), оҙонлоҡҡа һикереү секторы, спорт залы (30х18 һәм 18х6 м), 2 һауыҡтырыу үҙәге һ.б. бар. Теннис секцияһы эшләй. 1991 й. конькиҙашыуыу спорты б‑са БР чемпионаттары, 2003 й. — БР юғары уҡыу йорттары Универсиадаһы сиктәрендә йәйге полиатлон б‑са ярыштар үткәрелә.

Р.С.Исламова

Тәрж.М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика