САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. 1961 й. алып Спорт һарайы (Өфө), 1992—95 йй. Салауат Юлаев исемендәге спорт‑һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. Клуб составына ДЮСШ комплексы, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы инә. Ауыр атлетика, велосипед спорты, волейбол, еңел атлетика, конькиҙа шыуыу спорты, пуля менән атыу, саңғы ярышы, спорт гимнастикаһы, спорт ориентиры, теннис, фехтование, футбол, хәҙерге бишбәйге һ.б. секциялар эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Ф.Ғимаев, А.А.Емелин, И.А. Кравчук, Л.М.Матвеева, Р.М.Мөфтиев, А.В.Семак һ.б. Клуб м‑н тренерҙар М.М.Азаматов, Г.И.Алексеев, В.И.Воробьёв, В.Б.Некрасов, Г.А. Ушков, Ю.Ю.Хозиков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.С.Исламова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика