САДИҠОВ Рәфис Рауил улы (9.9.1959, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2003). БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Борман). СССР кубогын яулаусы (1984), РСФСР чемп. һәм СССР чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 1986), СССР кубогының (1985) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһының (1983) бронза призёры, күп тапҡыр халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. Үҫмер спортсылар араһында СССР кубогын яулаусы (1979), Европа беренселегенең көмөш призёры (1980). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1980—87). 1987 й. алып грек‑рим көрәше б‑са СДЮШОР‑ҙың өлкән тренеры, 1990 й. — дир., 1996 й. башлап “Башҡортостан йәштәре” Респ. уҡыусыларына физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығының уҡыу‑спорт бүлеге нач., 1999 й. — Өфө ҡ. Дим р‑нының физик культура, спорт һәм туризм б‑са ком‑ты рәйесе.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика