ПАВЛОВ Фёдор Максимович [17.8. 1905, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подгорный утары (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 12.3.1996, Дәүләкән ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). БАХИ‑ны тамамлаған (1958). 1930 й. алып Күгәрсен р‑нында (1931 й. башлап “Ураҡ һәм сүкеш” коммунаһы рәйесе), 1935 й. — Дәүләкән р‑нын‑ да эшләй: 1937 й. тиклем Асылыкүл МТС‑ының дир. урынбаҫары, 1939 й. башлап Дәүләкән МТС‑ы дир., 1952 й. — район советының башҡар‑ ма ком‑ты рәйесе, 1961–65 йй. “Сельхозтехника” район берекмәһе идарасыһы. 1947 й. Дәүләкән МТС‑ы хеҙмәтләндергән колхоздарҙа арыштың уңышы 21,53 ц/га тәшкил итә. БАССР ЮС‑ының 2–5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) орд.м‑н бүләкләнгән. Дәүләкәндә П. исеме м‑н урам аталған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика