САДИҠОВ Айрат Зәғфәр улы (19.10. 1978, ТАССР‑ҙың Ютаза а.), спортсы. Самбо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2008). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.; тренеры Р.Ғ.Зәлиев). Донъя кубогының (2009) һәм Донъя кубогы этаптарының (2007, 2009) көмөш призёры, Рәсәй ЭЭМ‑ы чемп. (2009), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2008—10). Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселектәренең көмөш призёры (1997—98). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2007—10). 2004 й. башлап 1‑се ДЮСШ‑ла (Октябрьский) тренер‑уҡытыусы.

Тәрж. М.Н.Моратшина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.