САВЧЕНКО Оксана Владимировна (10.10.1990, Петропавловск‑Камчатский ҡ.), спортсы. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2008). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2009). ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Петропавловск‑Камчатский, тренеры Н.В.Садовская), 2007— 11 йй. 18‑се СДЮСШОР өсөн сығыш яһай (Өфө, тренеры И.Л.Тверяков). Паралимпия уйындары (3 тапҡыр, 2008; 5 тапҡыр, 2012), донъя (2006; 5 тапҡыр, 2007; 4 тапҡыр, 2010) һәм Европа (2004—09; 4 тапҡыр, 2011) чемп., күп тапҡыр Рәсәй чемп., 50, 100 һәм 200 м аралыҡҡа брасс ысулы м‑н, ирекле стилдә, арҡаға ятып ҡолас ташлап йөҙөүҙә һәм күреү б‑са инвалидтар араһында эстафетала донъя чемпионаттарының көмөш призёры (4 тапҡыр, 2006; 2 тапҡыр, 2007). Үҫмер спортсылар араһында донъя беренселектәре еңеүсеһе (4 тапҡыр, 2005; 6 тапҡыр, 2007). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2004—15). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 5‑се саҡырылыш депутаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2012), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика