САВАТ, француз боксы, спорт төрө, ҡул м‑н һуғыу һәм аяҡ м‑н тибеү алымдары ҡулланылған ҡара‑ҡаршы көрәш (ырғытыу, ҡармап тотоу һәм быуыу алымдарын ҡулланмайынса). Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. аҙ. үҫешә. 1991 й. ӨАИ эргәһендә С.Г.Карпунов, Г.И.Мокеев етәкс. С. секцияһы асыла. 1993 й. респ. С. б‑са Рәсәй чемпионаты уҙғарыла. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Ф.Р.Имашев, Д.Р.Йосопов, Т.Т.Йосопов, ш. уҡ донъя чемп. Р.Р.Йосопов (2005), Е.В.Логункова юғары ҡаҙаныштарға ирешә. БДМУ, БДПУ, Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад., ӨДАТУ эргәһендә С. секцияһы эшләй, унда 500‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2008). 1992 й. башлап БР С. боксы федерацияһы эшләй.

А.У.Кинйәбулатов, Г.И.Мокеев

Тәрж.М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика