САБИРХУЖИН Рөстәм Вил улы (4.1.1978, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2009). Хәҙ. бишбәйге б‑са Респ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.М.Чудновский). Шәхси зачётта Донъя кубогын яулаусы (2003), Рәсәй чемп. (2001, 2004), Европа (2007) һәм Рәсәй (1998, 2000) чемпионаттарының көмөш призёры, Европа чемпионатының бронза призёры (2005). Команда зачётында донъя (2004—05) һәм Европа (2000, 2005, 2007) чемп., Европа чемпионатының бронза призёры (2004), эстафетала Европа чемп. (2008), донъя (2000, 2003, 2005) һәм Европа (2006) чемпионаттарының көмөш  призёры. Үҫмер спортсылар араһында Европа (2 тапҡыр, 1998; 1999) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 1998) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы(2004). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998 й. алып).

 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика