САБАНОВ Юрий Викторович (4.6. 1978, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Билбау көрәше б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2008), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2009). Стәрлетамаҡ физик культура ин‑тын тамамлаған (2006). Стәрлетамаҡ станоктар эшләү з‑ды (тренеры Ә.Ә.Сәфәров) һәм “Өфөлө” (Н.Ю.Мазов) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. Донъя (2006—07), Европа (2005, 2007—08) һәм Рәсәй (2003, 2006—07) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (2005), донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2003, 2005), билбау көрәше б‑са Ш.С.Сафин иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Мәскәү, 2005—07), көрәш б‑са Рәсәй чемп. (2004). Үҫмер спортсылар араһында грек‑рим көрәше б‑са Грецияла (Лариса ҡ., 1997) һәм Чехияла (Хомутов ҡ., 1998) үткән халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. Билбау көрәше б‑са Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—08).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика