РЯБОВ Александр Алексеевич (16.8.1959, Өфө), тренер. Биол. ф. канд. (2001), проф. (2005). Дзюдо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004). РФ‑тың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың физик культура отличнигы (2006). БАХИ‑ны (1985), Силәбе физик культура ин‑тын (1995) тамамлаған. 1985 й. алып “Уңыш” ДСО‑һы тренер‑уҡытыусыһы, 1994 й. — уҡытыусы, 1998 й. — БДАУ‑ҙың физик тәрбиә каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1991—97 йй. дзюдо һәм самбо б‑са БР йыйылма командаһының баш тренеры. 2011 й. башлап “Янғантау” шифаханаһының спорт‑һауыҡтырыу комплексы, 2012 й. — “Аҡбуҙат” ипподромының Атлы туризмды үҫтереү үҙәге начальнигы. Тәрбиәләнеүселәре араһында Л.Ә.Ғәлиуллина, О.Л.Ляшенко, ш. уҡ 35‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018