РЫЖОВ Алексей Андреевич (10.7. 1931, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Каветка а.), инженер-механик. БР ФА-ның почётлы акад. (1995), техник ф. д‑ры (1997). БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1975), БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1995). ӨАИ-ны тамамлаған (1959). 1950 й. алып 26-сы Дәүләт союз з-дының (Өфө) серия-конструкторлыҡ бүлегендә инженер- конструктор. 1955—2013 йй. “Мотор” ҒПП-нда эшләй: 1958 й. башлап төп конструктор, 1962 й. алып баш конструктор урынбаҫары, 1983 й. — баш конструктор, 1989 й. — баш конструктор—ген. дир., 1992 й. — ген. конструктор, 2000 й. — баш консультант, бер үк ваҡытта 1987—2013 йй. ӨДАТУ-ла уҡыта. Фәнни-производство эшмәкәрлеге авиация двигателдәрен төҙөүгә арналған. Р. ҡатнашлығында А.И.Микоян ис. һәм П.О.Сухой ис. тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроларының (Мәскәү) самолёттары өсөн Р13-300, Р13Ф-300, Р25-300, Р95Ш двигателдәре уйлап табыла һәм уларҙы күпләп етештере¢ башлана. Р. етәкс. Су-25Т һәм Су-25ТМ самолёттары өсөн Р195 двигателе, В.Н.Челомей ис. тәжрибә‑конструкторлыҡ бюроһының (Мәскәү) пилотһыҙ осоусы аппараты өсөн 3Д-25 марш моторы, бәләкәй гидроэлектростанциялар өсөн күсәр гидротурбиналары, 5-се быуын самолёттары өсөн двигателдең түбән баҫым каскады һәм агрегаттар коробкаһы, РФ-та беренсе ГТЭ-10/95 газ турбиналы ҡулайлама һ.б. эшләнә. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы. СССР-ҙың Дәүләт пр. (1988), БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (1999) лауреаты. Окт. Революцияһы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м-н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М., 2000 (авторҙ.).

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018