РЫЖКОВ Игорь Борисович (28.2. 1938, Дондағы Ростов ҡ.), инже нер-төҙөүсе. Техник ф. д-ры (1994). БССР-ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1991), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм‑ре (2012). Ростов инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлағандан һуң (1960) 21-се төҙөлөш тресында (Өфө), 1963 й. — БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм етештереү ин-тында (1969 й. башлап лаб. мөдире) эшләй, 1998 й. алып БДАУ-ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре инженерлыҡ-геол. эҙләнеүҙәр технологияһына, геотехник мәғлүмәтте баһалауҙың ихтималлыҡ ысулдарына, фундаменттарҙы һ.б. проектлауға арналған. Р. тарафынан свайҙарҙың тотоп тороу һәләтен иҫәпләп сығарыу һәм зонд м-н тикшереү мәғлүмәттәре б-са тупраҡтың үҙсәнлектәрен билдәләү методикаһы, свайлы фундаменттарҙы тимер‑бетон ҡалдыҡтарын аҙ ҡалдырып проектлау принцибы һәм ҡороу технологияһы һ.б. эшләнә. Асыштары БР һәм РФ пр-тиеларында индерелгән. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Технология и организация строительных работ: в 3 ч. Уфа, 2002—2007; Механика грунтов, основания и фундаменты. Уфа, 2007; Статистическое зондирование грунтов. М., 2010 (авторҙ.).

А.Л.Готман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.