РУСАК Анатолий Михайлович (21.4. 1941, Мәскәү — 30.12.2005, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1998), проф. (1991). БР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1992). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1965 й. тиклем лаб. мөдире, 1977 й. алып ғәмәли гидромеханика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2001 йй. авиация двигателдәре ф-ты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге ракета двигателдәре м-н идара итеү системаларына арналған. Р. етәкс. ҡаты яғыулыҡта эшләгән двигателдәрҙең гидропневмоавтоматикаһы һәм тартыуы б-са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; осоу аппараттары м-н идара итеү системаларының, ҡаты яғыулыҡта эшләгән двигатель ҡулайламаларындағы автоматлаштырылған көйләү системаларының электр гидрокөсәйткестәре характеристикаларын хисаплау методикаһы эшләнгән. Асыштары БР һәм РФ авиация сәнәғәте пр-тиеларында индерелгән. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1982).

Х е ҙ м.: РДТТ с регулируемым модулем тяги. Миасс, 1991 (авторҙ.); Регулируемые твердотопливные двигательные установки. Уфа, 1996 (авторҙ.); Струйные гидравлические рулевые машины. Уфа, 2002 (авторҙ.).

В.А.Целищев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018