РУДОЙ Борис Петрович (4.4.1941, Днепропетровск ҡ. — 10.2.2006, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1982), проф. (1983). РФ-тың (1997) һәм БАССР-ҙың (1987) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре. ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй (өҙөклөк м-н): 1982—2006 йй. эске яныулы двигателдәр каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1983—87 йй. фәнни эштәр б-са проректор. 1979—82 йй. Волга автомобилдәр з-дының (Тольятти ҡ.) махсус роторлы-поршенлы двигателдәр КБ баш конструкторы. Фәнни эшмәкәрлеге эске яныулы двигателдәр проблемаларына, тотош мөхиттәрҙәге стационар булмаған процестарҙы тикшереүгә арналған. Р. тарафынан эске яныулы двигателдәрҙең газ алмашыныу теорияһы, компрессорҙарҙа, гидро- һәм пневмоавтоматика системаларында процестарҙың моделдәрен әҙерләү өсөн ҡулланылған “Альбея” имитациялап моделдәр әҙерләү системаһы һ.б. эшләнгән. Р. етәкс. кеше йүгереүен моторлаштырыу ҡоролмаһы уйлап табылған. Асыштары БР, РФ һәм БДБ илдәре пр-тиеларында индерелгән. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Прикладная нестационарная гидрогазодинамика. Уфа, 1988; Снижение газодинамического шума циклических и импульсных энергоустановок. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Р.Д.Йәнекәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018